Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
24 Января 2022, 09:40

Берҙәмлек өсөн рәхмәт

Ҡаланың 10-сы һанлы мәктәбе лә ППМИ-ла тәүгә ҡатнашмай

Берҙәмлек өсөн рәхмәт
Берҙәмлек өсөн рәхмәт

Белем усағында балаларға уңайлы булһын өсөн барлыҡ эштәр ҙә башҡарыла. Был программала ҡатнашыу өсөн беҙ башта анкеталар тултыртып ата-әсәнең, тирә-яҡтағы йорттарҙа йәшәүселәрҙең фекерҙәрен белдек. Бында өс проблема барлығы билдәле булды: спрот залына ремонт, кластарҙағы ишектәр блогын алмаштырыу һәм ял итеү зонаһын төҙөкләндереү. Йомғаҡлау йыйылышында ишектәрҙе алмаштырыу өсөн күпселек тауыш бирелде. Бар эштәр ҙә көйлө барһын өсөн инициатив төркөм дә һайланды. Балалар мәнфәғәте өсөн барыһы ла берһҙәм тырышыуҙары ҡыуандыра. Форсаттан файҙаланып, инициатив төркөм, мәктәп коллективы исеменән булған проблемаларҙы бергә хәл итеүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Н.Варламова, Пушкин урамындағы 8-се йорт рәйесе

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: