Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
28 Января 2022, 11:14

Быйыл да уң булһын

Ленин ауыл биләмәһе бер нисә йыл рәттән урындағы башлағыстарҙы яҡлау программаһында уңышлы ҡатнаша.

Быйыл да уң булһын
Быйыл да уң булһын

Бөгөлсән ауылы халҡы ППМИ – 2021-гә эләгеү өсөн элекке ҡаҙанлыҡты үт һүндереү машинаһы өсөн йылы гаражға ҡорамаллаштырыу тигән проектын һайланы.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 1450000 һум кәрәк буласаҡ. Ошо сумманың 1 млн. һумы республика бюджетынан, 150 мең - ауыл биләмһе бюджетынан бүленә, 150 мең бағымсылар ярҙамында, 150 мең ауыл халҡынан йыйыласаҡ. Халыҡ һәр йорттан 1000 һум йыйырға крәк тип тәҡдим яһаны. 5 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Улар проектты әҙерләү, тормошҡа ашырыу эштәрен башҡарасаҡ.
2017 йылда был проект сиктәрендә Бальза ауылының Эшселәр урамында юл төҙөкләндерелде. Бының өсөн 700 мең һум сарыф ителде. Юлды рәтләүгә 460 мең республиканан, 70 мең ауыл биләмәһенән, 170 мең ауыл халҡы менән бағымсылар ярҙамында йыйылды.

Ольга ВАЩЕНКО, Ленин ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы

Хат тулы килеш бөгөн гәзиттә сыҡты. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: