Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
22 Февраля 2022, 16:18

Хыялымдағы гардероб

ППМИ-ла ҡатнашып, унда еңеү теләге менән ҡаланың 12-се һанлы мәктәбе лә янып йөрөй.  

Хыялымдағы гардероб
Хыялымдағы гардероб

 Улар урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә мәктәп гардеробына мебелдәр алыу өсөн тырыша.
- ППМИ-ла еңеү теләгебеҙ ҙур. Йыйылыштар үткәреп, бар нимә лә контролдә булһын өсөн инициатив төркөм һайланыҡ, шулай уҡ урындағы халыҡтан һәм спонсорҙарҙан аҡса йыйыу мәсьәләһе лә хәл ителде. Был программа сиктәрендә 1-8 класс уҡыусылары араһында “Хыялымдағы гардероб” тигән ижади конкурс та үткәрҙек. Уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың да программа буйынса гардеробҡа яңы мебелдәр алыу теләге ҙур, - ти мәктәп директоры Оксана Митченкова.
Рита МИҺРАНОВА, Күмертау ҡалаһы

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: