Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
17 Мая 2022, 16:22

"Мин үлгәнсе булмаясаҡ"

Бына һиңә папарацци. Йәшенеп кенә төшөрөлгән фото. Свобода. Сход. 

"Мин үлгәнсе булмаясаҡ"
"Мин үлгәнсе булмаясаҡ"
Бөгөн иртән район башлығы менән булған видеокәңәшмәләге кеүек, аяҡтар ҡара ла иҙәнгә баҡ (йәтимдәргә фатир асҡысы тапшырғанда кемдер экранды ҡыйшайтты, барса йәмәғәт бәхетле балалар йөҙөн күрәһе урынға, кешенең ниндәй аяҡ кейеме кейгәнен ҡарап ултырҙы). 
...Ауыл сходтары бөтөн ерҙә лә бара, бында халыҡ саҡ ҡына булһа ла парын сығарып ала. Бөгөнгө Свобода йыйылышы хәтәр булған, ҡысҡырыш та аҡырыш. Күп фатирлы йорттарға бәйле ғауға. Капремонт өсөн нимәгә минән аҡса алалар, түбә тишек, ишек алды - үҙегеҙ күрәһегеҙ, абынып йығылырға була. Мин үлгәнсе бында капремонт булмаясаҡ, ә минән аҡсаны әле алалар. 
Бик таныш хәл, ҡалала ла шулай ҙа, аҡсаны әллә ҡайҙа ебәрәбеҙ, ә ремонт.... Бәлки, уны ейәндәр күрер. Бында йәшәһәләр инде. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: