Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
25 Ноября 2022, 16:22

"Нисек йәшәгәнмен?"

Ай-буй, был тиклем шәп халыҡ булмаҫ!

"Нисек йәшәгәнмен?"
"Нисек йәшәгәнмен?"
Михайловка ауылы тураһында шулай әйттеләр. Бөгөн бында Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә сара үтте, сәғәт 11 -ҙә башланған тамаша, яңыраҡ ҡына бөткән, башҡа ауылдарҙа был тиклем оҙаҡ булмағайны ахры. 
- Ниңә һыуға батҡандай юҡ булдығыҙ? - беҙ Михайловкаға бармағайныҡ, шуға дүрт күҙ менән, ут йотоп, фотолар, хәбәр көтөп ултырабыҙ.
- Шул тиклем шәптәр, был ауылды ғүмерҙә күргән юҡ ине, төпкөл, бөтөп баралыр былар тиһәм... Бөтөрөрһөң! Ут һымаҡтар. Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһе башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов үҙе янып йөрөй, башлыҡ үҙе шулай булғас, ҡалғандары ла шулай.
Михайловкаға бараһың тигәс, борсолғайным, эшем ҡала, ваҡытым әрәм, йәнәһе. Әле барғаныма шатланып бөтә алмайым, әл дә төрткөләп ебәргәндәр, матур ауылды, гүзәл халыҡты күрмәй-белмәй, ошо көнгәсә нисек йәшәгәнмен? 
Артабан да барыһының һушын килтереп йәшәргә булһын, уңыштар һеҙгә, михайловкалар! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: