Быйыл Көйөргәҙе районы был изге ғәмәлгә ныҡлап тотондо, быға тиклем бер түгел, ике ауыл еңде бит районда, башҡалар ҙа "уларҙан кәм нимәбеҙ бар" тип ныҡышып китте, конкурсҡа, күкрәк тултырып һулыш алып, кереште.
Бөгөн ошо темаға арналған кәңәшмә үтте. Онлайн форматында. Беҙҙең "Айыҡ ауыл" өсөн яуаплы кешеләр диҡҡәт менән тыңлап ултырҙы өҫтән әйткәндәрҙе. Шик юҡ, улар бар көсөн һаласаҡ был эшкә, иғтибар итһәгеҙ, арала яңы кешеләр ҙә бар, ә яңы кеше, тимәк, яңы көс, яңы идея, яңы һулыш...
Беҙҙең етәксе (Баҫма агентсвоһы) "гәзиттәр "Айыҡ ауыл" эмблемаһын ҡуйып баҫһын материалдарҙы" тигән шәп идея менән сығыш яһаған, шулайтһаң, материал үтемле була, баҡһаң.
Яҡут менән Яҡшымбәткә иш булып, улар янына тағы ла яңы еңеүсе ауылдар өҫтәлер тигән ышаныс ҙур: бик тиҙҙән "Фәлән ауыл "Айыҡ ауыл"да еңеп, 3 миллион һум алды" тигән һөйөнөслө яңылыҡты ишетергә-уҡырға яҙһын.