Республикабыҙҙа етенсе йыл инде “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” уңышлы хәл ителеп, ғәмәлгә ашырылып килә. Илкәнәй ауыл биләмәһе лә был проектта бер нисә йыл рәттән әүҙем ҡатнашып, еңеп сығып, үҙ ауылдары өсөн байтаҡ ҡына файҙалы эштәр башҡарыуға ирешкән.
- ППМИ программаһына ярашлы 2017 йылда Илкәнәй ауылына асфальт түшәлде, 2018 йылда Йомағужа ауылы, ә 2019 йылда Илкәнәй ауылы зыяраттары кәртәләнде. Былар барыһы ла ауылдар халҡы ярҙамы менән эшләнде. 2020 йылда трактор алырға тигән ҡарар сығарған инек, әммә конкурста еңмәнек. 2021-се йылда Илкәнәй ауылындағы һыу торбаларын алмаштырыу проекты менән конкурста ҡатнашҡайныҡ, был юлы ла конкурста үтә алманыҡ. Еңелеүебеҙҙең сәбәбен халыҡтың йыйылыштарҙа аҙ булыуы менән тип аңлаттылар.
2022 йылда тағы ла Илкәнәй ауылындағы һыу торбаларын алмаштырыу проекты менән ҡатнаштыҡ һәм еңеү яуланыҡ. Эште лә районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып тамамлауға ирештек. Ә инде 2023 йылда ла был программала ҡатнашыурға теләк белдерҙек һәм Йомағужа ауылының Тыныслыҡ, Дуҫлыҡ урамдарының һыу торбаларын алмаштырыу проектын яҡлап сыҡтыҡ.
Йомағужа ауылында һыу торбалары 1967 йылда сафҡа индерелгән, бөгөнгө көнгә 100 проценты ла иҫкергән. Һыу торбалары әленән-әле тишелеп ауыл халҡына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Йомағужа халҡы ла дәртләнеп көтә был еңеүҙе. Һәр йорттан 3-әр мең һум аҡса йыйырға тигән ҡарарға килде улар, - ти Илкәнәй ауылы биләмәһе башлығы Рөстәм Вахитов.