Ятҡырырһың уларҙы! Ауыл яҙмышы бер минутҡа ла баштарынан сыҡмай. Бигерәк тә ППМИ тураһында һүҙ барғанда. Унан бигерәк, Бахмут хаҡында һүҙ барғанда!
Бына әле йыйылышып ултыралар. ППМИ, сход йыйып, хәбәр һөйләнең дә, булды түгел, күҙгә күренмәгән мәшәҡәттәре күп, смета-ғәләмәте, башҡа документтары тәртиптә, бер кем дә бәйләнмәҫлек булырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бахмут ауыл биләмәһе Яңы Ауыл зыяраты кәртәһен яңыртам тип саба. Финишҡа тиклем барып етергә һәм, әлбиттә, еңергә булһын һеҙгә, бахмуттар!