Все новости
ЙЫЙЫЛЫШТАР
23 Марта 2023, 14:25

Юлдар һәйбәт, халыҡ яҡшы

Яманһарыла ла бөгөн сход булды. 

Юлдар һәйбәт, халыҡ яҡшы
Юлдар һәйбәт, халыҡ яҡшы

Килә алғаны клубҡа килеп ултырҙы - донъяла ниндәй хәл бар икәне күберәк ошолай йыйылған ерҙә ишетелә, үҙҙәренең дә власҡа әйтер һүҙҙәре бар.

Нурия Шәрипова - Бахмут ауылы биләмәһе башлығы - былтырғы йылға йомғаҡ яһап, отчет бирҙе. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева ла килгән, Яманһарыла электән бер бәлә - Райпо магазиндарын япты, ошоға бәйле, автолавка эше тураһында һөйләп үтте Ольга Васильевна. 
Бер һөйөнсө лә көткән бөгөн яманһарыларҙы - участковыйҙары килгән, уныһы өр яңы. Үтяпов Ильяс тип таныштырҙы үҙен погонлы егет, ул замандың иң ҡырҡыу бер проблемаһына туҡталды - мошенниктар. Ауыҙ асып ултырмағыҙ, шылтыратҡан һәр береһен, таныш булмағанды тыңлап, йәйелеп китмәгеҙ, ышанмағыҙ, алдайҙар тип киҫәтте яңы участковый.
Ауыл старостаһы Рауил Йәмилев "миңә еткәндер, староста итеп башҡаһын һайлағыҙ" тип һүҙ ҡуҙғатты. Әммә халыҡ шунда уҡ был тәҡдимде кире ҡаҡты - беҙгә башҡаһы кәрәкмәй. 
....Юлдар. Был һорау күтәрелмәй ҡаламы һуң, күтәрҙеләр. Әммә Яманһары юлы, башҡалар менән сағыштырғанда, ал да гөл булып ята. Грейдер булыр, тине Нурия Нуриман ҡыҙы. Еңел тын алып ҡуйҙы: әл дә халыҡ һәйбәт, юлдар яҡшы, өтөп алып бармайҙар. 
Автор:
Читайте нас: