Әллә нисә көн алдан шулай тип йәнде үртәнеләр, йәнәһе, сход була, халыҡ ҡыҙған, күрмәгәнде күрһәтәсәктәр.
Барып булманы. Ваҡыт яғы, бер яҡтан ҡыҫтау ине, икенсе яҡтан - машинаны йәлләнек. Йә ҡойолор ҙа бөтөр.
Сход булған. Әммә... береһе лә бер кемдең дә бер нәмәһен уҡытмаған. Ильяс Юлдыбаев - ауыл башлығы - отчет биргән. Район хакимиәтенән мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов килгән.
- Ниңә район башлығы үҙе килмәне, нисәмә йыл эшләй, беҙгә сходҡа килгәне юҡ, хет үҙен күреп ҡалыр инек - тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе бәғзеләр.
Юл мәсьәләһе барыбер күтәрелде. Түҙегеҙ, әмәлен күрербеҙ - яуаптар элеккесә, ятланып бөткән. Шым булдылар.
Таймаҫтарҙың бер нисәһенән һораныҡ: ниңә сходҡа бармайһығыҙ? Бармайбыҙ, йә берәй нәмә әйтеп ҡуйырбыҙ. Унан күрмәгәнде күрһәтерҙәр.
"Я ничего говорить не буду, а то опять чего-нибудь скажу" - мәрхүм Черномырдиндың һүҙҙәре иҫкә төштө.
Маңлайға яҙылғанды күреп йәшәү дауам итә.