ЙЫЙЫЛЫШТАР
13 Декабря 2024, 05:33

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы бара

Унда беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы бараБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы бара
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы бара

12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә. Сираттағы йыйын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы уҙғарыла. Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Улар араһында беҙҙекеләр ҙә бар: Күмертауҙан Әлфиә Шәмиғолова, Рима Арыҫланова, Айнур Ҡәҙимов һәм Көйөргәҙе районынан Юлай Ишмөхәмәтов, Дамир Хәйбуллин менән Лена Ғәббәсова. Шулай уҡ район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас