Улар үҙ көстәре менән дә, төрлө программалар ярҙамында ла ауылдарын йәмләргә тырышып йәшәйҙәр.
ППМИ программаһы ярҙамында уҙған йылдарҙа ауылдарының обелискыларын яңартҡайнылар, быйыл да ошо программала ҡатнашып, еңеп, ауылдарының башняларын яңыртырға планлаштыралар.
Әле сираттағы тапҡыр йыйылышып, ППМИ-2025 программаһына инергә, унда еңеп сыҡҡанда һәр йорттан аҡса йыйып, башняларын өр-яңыға алмаштырырға, тип кәңәш иткәндәр.
Алла бирһә, теләктәре тормошҡа ашып, программала еңеп, өр-яңы башняны асыу көндәрен күрергә яҙһын уларға, уңыштар!
Филүзә ВӘЛИДОВА,
Таймаҫ ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы.