Все новости
Иҡтисад
28 Июня , 14:33

Яратҡан эш - ярты бәхет

Эш юҡ тип аптырайһы түгел хәҙер. 

Яратҡан эш - ярты бәхет
Яратҡан эш - ярты бәхет
Бөгөн һәммә ерҙә (шул иҫәптән, Күмертауҙа ла) йәрминкәләр үтте.
Баҙар мәғәнәһендә түгел (хәйер, хеҙмәт баҙары тигәнгә килешә), вакансиялар йәрминкәһе. Төрлө майҙансыҡтар эшләне - йәнең ниндәй һөнәр теләй, шулары бар. Эш хаҡтарын да арыу ғына түләйбеҙ, тип вәғәҙә итә апай-абзыйҙар. Килде заман: эштең үҙен түгел, эшсене табыуы ауыр (илдә эшһеҙлек кимәле бик түбән тиҙәр, әммә был маҡтана торған күрһәткес тип әйтеп булмай). 
Бөгөнгө йәрминкәлә һәр бер эш эҙләгән кеше үҙенең күңеленә ятышлыһын тапҡандыр тип ышанабыҙ, яратҡан эш - ярты бәхет. 
Автор:
Читайте нас: