Сандин балсығын белмәгән кеше юҡ, уны хатта Өфөлә лә һаталар (кем аштөрләй, шулар ашай).
Был ерҙәрҙә ошо файҙалы ҡаҙылманы ҡаҙып, эшкәрткән ойошма бар ине, әле, баҡһаң, бында яңы хужа килгән - «Геркулес-Урал» ойошмаһы. (Директоры Андрей Боленков). Яңыраҡ ҡала етәкселеге менән булған осрашыуҙа тиҙҙән Сандинда яңы завод төҙөйбөҙ тип ҡыуандырҙылар. Гипс һәм башҡа төҙөлөш материалдары сығарасаҡ был предприятие. Элекке эшселәр барыһы ла урынында ҡала, быныһы ғына аҙ, йәнә 30 яңы эш урыны буласаҡ тип тә әйттеләр.
Тышҡы факторҙарға ҡарамаҫтан, беҙҙең сәнәғәт үҫешен дауам итә. Беҙ яңы импульстар табабыҙ, инвесторҙар йәлеп итәбеҙ, ярҙам сараларын әҙерләйбеҙ. Һөҙөмтәлә – яңы эш урындары, бюджетҡа һалым түләүҙәре арта. Киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ һәм алға барабыҙ.
Башҡортостан республикаһы башлығы.