Иҡтисад
31 Ғинуар 2025, 07:08

Ауыҙҙы асып торҙоҡ

ЮжУралОйл ойошмаһын белмәгәне һирәк кенә түгел, юҡ ундай кеше.

Ауыҙҙы асып торҙоҡАуыҙҙы асып торҙоҡ
Ауыҙҙы асып торҙоҡ
Күмертауға кем килһә лә (юғары вазифалыларҙан) унда инеп сығыуҙы үҙенең мөҡәддәс бурысы тип һанай. Уңышлы етәксе (Зиннур Исхаҡов), уңышлы компания үҙенә шулай тартып тора.
Бөгөн бында РФ Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сәйәхәт ҡылды. Ҡала башлығы Олег Астахов та килеп етте. Донъя алдында күрһәтер, маҡтаныр һәм ғорурланыр эштәре байтаҡ Зиннур ағайҙың, Зариф Закир улы ла, Олег Анатольевич та, шул иҫәптән, беҙ ҙә ауыҙҙарҙы асып тыңлап торҙоҡ.
Нимәләр ишеттек, күрҙек, барыһы ла гәзиттә бирелер. 
Автор:
Читайте нас