Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
30 Апреля 2023, 09:14

Ике Айгөл

Журналисҡа етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. 

Ике Айгөл
Ике Айгөл
Был мәҡәлде беҙ егеттәргә ҡарата әйтеп өйрәнгән. 
Әммә беҙҙең өлкәгә лә ҡағыла ул. Хәбәрсе булһаң, махсус белемең булмаһа ла, төрлө өлкәлә йөҙә белергә тейешһең, юҡһа, ысын журналист була алмайһың. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, мәҙәниәт... Тармаҡтары күп. Ошолары ла баштан ашҡан, әммә талантлы кеше бөтөн ерҙә талантлы тигән кеүек, беҙҙең хәбәрселәр бының менән генә сикләнмәй.
"Юшатыр"ҙа һәм "Кумертауское время" гәзитендә ике ҡыҙ эшләй. Икеһенең дә исеме Айгөл. Бик йыш эштә, икәү генә ҡалып, шыбыр-шыбыр һөйләшәләр. Ҡыҙҙарҙың сере бөтмәҫ, аш-һыу, кейем-һалым, енес мөнәсәбәттәрелер... тиһәк...
Бейеү. Бына нимә берләштергән икән ике журналисты. Улар бейеү менән шөғөлләнә. Бейеүҙең дә ниндәйе - Көнсығыштыҡы. 
Уларһыҙ ҡалала бер мәҙәни сара ла үтмәй, ҡыҫтап саҡыралар - килегеҙ, тамаша тамаша һымаҡ булһын.
Кисә ике Айгөл, үҙҙәренең ансамбле менән, Ермолаевола - "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында ла сығыш яһаны. Халыҡ-ара Бейеү көнөн шулай билдәләнеләр, тамашасыны һөйөндөрҙөләр, унан бигерәк, үҙҙәре һөйөндө: бейеүҙәре, тәү сиратта, үҙҙәре өсөн, тән сәнғәте генә түгел, йән сәнғәте лә ул. 
Автор:
Читайте нас: