Все новости

Бәлиғ булған көн

Беҙгә бөгөн 18 йәш!

Бәлиғ булған көн
Бәлиғ булған көн
Тыуған көнөбөҙ шундай - 5 май, 2005 йыл. Төрлөбөҙ төрлө йәштә булһаҡ та, бөтәбеҙ ҙә ошо гәзит йәшенә тап килеп кенә торабыҙ. Бынау йыр ҙа хәс беҙҙең турала йырлана кеүек: 
 
Нәҡ 18 йәшлек егет кеүек,
Мин ғашиҡмын бөтөн доньяға.
Йөҙ хыялдар менән йоҡлап китәм,
Мең хыялдар менән уянам.

Урамдарҙан уйнап киткәнем бар,
Иптәш итеп бала-сағаны.
Аҡыл тешем күптән сыҡҡан инде,
Аҡыл яғым һаман самалы...
 
Байрамыбыҙ менән беҙҙе! 
 
Автор:
Читайте нас: