Все новости

Зәңгәр күлдәк

- Икебеҙ ҙә бер төҫтән кейенгәнбеҙ ҙә баһа!

Зәңгәр күлдәк
Зәңгәр күлдәк

Ул йыраҡтан уҡ абайлаған, күрәһең (ҡатын-ҡыҙ был йәһәттән иғтибарлыраҡ була), шулай тине. Ә бит хәтергә алған мәлдәрҙә, ышанһаң ышан, ышанмаһаң - юҡ, ул гел тап ошолай иҫкә төшә ине. Зәңгәр күлдәктә.
- Кейәүгә сыҡтым мин.
- ...Улай икән... Йыраҡҡамы?
- Юҡ, яҡынға. Тимербайға.
- ... Ҡотлайым.
Осрашыуҙар гел шулайға әйләнде: йүгерәбеҙ, ҡабаланабыҙ, ығы-зығы, шау-шыу... Әле лә шулай.
- Бәхетле бул.
Зәңгәр күлдәк, итәктәрен ялпылдатып, китеп барҙы. Ғүмерҙең бер өлөшө шулай хушлашты ахры - итәк болғап.
Зәңгәр күлдәктәрҙең, ай, зәңгәрен
Елдәр ала, елгә элмәгеҙ.
Йәшләй һөйгән йәрҙәр барыбер ятҡа ҡала,
Йәр һөйһәгеҙ өҙөлөп һөймәгеҙ.

Автор:
Читайте нас в