Бөгөн, Матбуғат көнөндә, Айгөл Халиҡованың да тыуған көнө. Икеләтә көс төшә беҙгә, шулай булғас, был хәл инде нисәмә йыл дауам итә: бер юлы ике байрам. Көс төшә тигәне, ысынында, икеләтә ҡыуаныс килтерә тигәнде аңлата - байрам итеп кем арыған?
Бөгөн Айгөл Наил ҡыҙының байрамы айҡанлы бәләкәй генә табынға йыйылдыҡ. Алдан уҡ шулай тигәйнек үҙенә: бәләкәй генә булһын, бик бөтөрөнмә. Барһаҡ, өҫтәлдә юҡ нәмә үҙе юҡ, туй табыны әҙерләгән дә ҡуйған. Туҫтаҡтар сәкелдәште: бәләкәй, теүәл донъяң гел түңәрәк, ә күңелең бөтөн булһын. Тыуған көнөң менән!