Все новости

Беҙҙе онотма

Бер яҡтан ҡыуаныс, икенсе ятҡан һағыш та бар. 

Беҙҙе онотма
Беҙҙе онотма
Әлфинә Солтанова бөгөн беҙҙең менән хушлаша. 
Әлфинәнең редакцияға эшкә килгәненә күп тә түгел, әммә ошо бер нисә ай эсендә лә кемдең кем икәнен белеп өлгөрөргә була. Аштың тәмен белеү өсөн тулы ҡаҙанды ашап бөтөргә тимәгән.
Әрһеҙлеге, тырышлығы, аҡылы, эштең төбөнә тиклем төшә белеүе менән алдырҙы ул. Уның яҙғанын уҡып маҡтағандар ҙа булды, тимәк, Әлфиәнең үҙе генә һалыр һуҡмағы бар, кеше эҙенә баҫып барһаң, әллә ни алдырып булмай. Кемдер әрләне (ҙур сараларҙа, түрәләр): бынау ҡыҙыҡай, һөмһөҙләнеп, алға уҡ барып фотоға төшөрә. Был "әрләү" беҙҙең өсөн маҡтау ул. "Афарин" тинек ҡыҙға. Бахыр булып түгел, батыр булып йәшә.
"Әллә кем түгелбеҙ, ләкин кәм түгелбеҙ, әллә кем булғандарҙан". 
Бына ул яҙмышын икенсе яҡҡараҡ бора. Стәрлетамаҡтағы Өфө Фән һәм технологиялар университеты филиалына уҡытырға китә. Хәтәр бит. Оҙаҡламай фән кандидаты исемен яҡлаясаҡ. Ауыҙҙан өҙөп алып китеп баралар, дөрөҫөн әйткәндә. Әлфинәгә ошолай тип теләнек - беҙҙең балаларҙы, ейәндәрҙе уҡытҡанда, уларҙы аҙ-маҙ булһа ла ҡараштырырһың әле. Блатыбыҙ булырһың. Декан, проректор, ректор ҙа булып китерһен, Аллаһ бирһә. Беҙҙе онотма.
Уңыштар һеҙгә, Әлфинә Шамильевна!
Автор:
Читайте нас: