Редакцияныңэ яуаплы сәркәтибе Айгөл Халиҡова, был йәһәттән, уңды - уның Мәскәүгә тәүгә барыуы түгел. Шулай ҙа, Мәскәү-Мәскәү инде, матурлығы менән һоҡландырыуын дауам итә, ҡаланы күргән һайын күрге килә, танһыҡ ҡанмай.
Ошо ялдарҙа Айгөл Наил ҡыҙы, йыйынып, башҡалаға сыҡты ла китте, ҡунаҡҡа тип, ҙур ҡалаларға көн дә саҡырып тормайҙар. Ҡыҙыл Майҙан, ВДНХ, Ҡарға тауҙарын күргән, Мәскәү йылғаһы буйлап йөҙгән, Мосфильмға ла һуғылған. Әлбиттә, Ленин бабай янына ла кереп сыҡҡан. Тәьҫораттарҙы күп итеп туплап ҡайтҡан, күҙҙе ҡыҙҙырып һөйләй, шулайтып, беҙҙе үртәй: сәйәхәт ҡылығыҙ, донъяның матурлығын күреп, дәрт алығыҙ.