Все новости

Се ля ви

Кем уйлап тапҡандыр кеҫә телефонын, уның файҙаһына ҡарағанда, ҡай саҡ, зыяны күберәк була.

Се ля ви
Се ля ви

"Юшатыр" гәзите мөхәрриренең телефоны гәзиттең сайтында күрһәтелгән, бик кәрәкһә, теләгән кеше шылтырата ала. Билдәле, шылтыратҡаны беҙҙең гәзитте уҡыған, һис юғы, ишетеп, күреп белгәне була. Быныһы тәбиғи, ял көнөмө, хатта кис һуңында шылтыратһалар ҙа үпкә юҡ - эшең шул. Әммә ошо уҡ номерҙы, ни ғиллә менәндер, башҡаға, вазифалы кешегә бәйләп ҡуйған мәлдәр йышайҙы.
Быйыл яҙ бер ай буйы телефонды яфаланылар.
- Һаумыһығыҙ, Сергей Петрович, беҙ йыраҡтан инек, ҡасан һеҙгә килергә була?
Сергей Петрович тигәне, билдәле халыҡ табибы Бухтияр. Бөгөлсәндә йәшәй. Инде, мин Бухтияр түгел тип, береһенән ҡотолоп та өлгөрмәнең, икенсеһе, өсөнсөһө шылтырата. Кемерово, Тула, Пермь.... табип бабай тураһында белмәгән кеше юҡ икән. Барыһын да бер бәлә - сир. Береһенең балаһы ауырый, рәсми медицина ярҙам итә алмай, бар өмөт Бухтиярҙа тине беҙҙән 600 километр алыҫлыҡта йәшәгән бер бисара. Ленин ауыл билмәһенә шылтыратып, бабайҙың йорт телефонын һорап алдым, һәр береһенә бирҙем. Ошоноң менән бөттө тиһәм, бабай телефонды алмай тип, кире шылтыраталар. Йәнә силсәүит номерын йыйырға тура килде.
- Сергей Петрович ныҡ арый, кеше күп килә, шылтыратыусылар ҙа бихисап. Шуға әбейе телефонды һүндереп ҡуя. Бер туҡтауһыҙ шылтыратһындар, бер алмаһа, бер алыр.
Минең телефон нисек итеп халыҡ дауалаусыныҡы булып киткән - бер мәл Бухтияр тураһында рус телендә беҙҙең сайтта мәҡәлә баҫылғайны, интернеттың сиктәре юҡ, шуны кереп уҡыйҙар ҙа икән, бабайҙың контактын эҙләп, сайтта күрһәтелгән минең номерҙы күрәләр...
Хыял тоҡанып китте. Әгәр ҙә ысынлап та әҙәмде дауалай торған һәләтем булһа! Ошонда ултырыр инемме инде, өйҙә генә, кешене ҡабул итеп тик ултырыр инем. Малаховҡа барып ҡайтыр инем... Байыр инем. Хәйер, ситтән ҡарап торғанда ғына табиплыҡ эше шулай дан күренәлер, кешене сирҙән ҡотолдороуы анһат эш түгел, ана бит, бабай ныҡ арый ти.
"Табиплыҡ һөнәренән" ҡотолдом. Бер аҙҙан шылтыратыуҙар туҡтаны.
Әммә икенсе вазифа йөкмәттеләр - хәҙер мин, күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, ҡала хакимиәте икән.

Материал йома көнө гәзиттә баҫыла.

Автор:
Читайте нас: