Все новости

Ҡыҙыл - еңеү төҫө

- Минең ҡыҙым электән шул төҫтө яратты. 

Ҡыҙыл - еңеү төҫө
Ҡыҙыл - еңеү төҫө
Филүзә апай балаһына яратып ҡарай:
- Бәләкәс кенә булғанда ла, Күмертауға баҙарға килһәң, рәттәр буйлап ҡыҙыл төҫтәге кейем эҙләй ҙә йөрөй торғайны, тапһа, бара ла йәбешә - ошоно ал. 
Был һүҙҙәр төбәлгән "бала"ға бөгөн 31 йәш. Гөлнур Хөсәйенова, ошо байрамы уңайынан, ҙур табын ҡорған та ташлаған. Тыуған көнө тип, матур сәбәпкә таянып, бер ултырып алдыҡ. 
Ниңә тыуған көндәр көн дә булып тормай икән, Гөлнурға әйтмәгән матур һүҙҙәр ҡалманы ла ҡуйҙы. Ижади кеше, күптәр белә, матур һүҙҙәр менән туҡланып йәшәй. 
- Ҡыҙыл - еңеү төҫө. Гөлнур үҙе гел, нимәгә тотонһа ла, маҡсатына ирешмәй ҡалманы. Әле лә шулай, артабан да шулай булһын- еңеү артынан еңеүҙәр яулап, ирең, балаларың, бөтөн туғандарың, коллегарың менән бергә, йәшәргә яҙһын. 
 
Автор:
Читайте нас: