Все новости

Буталыш

Гәзитте асҡас, бик аптырамағыҙ.

Буталыш
Буталыш
Икенсе һан рәттән гәзиттең биттәре әҙәмсә сыҡмай - 2, 5, 6, 3, 4, 9, 10, 7, 8, 11, 12 тип килә биттәге һандар. 
Үткәнендә лә шулай ине, кеше юрамал хаслыҡ ҡылам тиһә лә улай булмаҫ: Баҫыу көнөнә махсус һан баҫылғайны, бөтөн республика тотоп ҡараны гәзитте тиергә була, оят, һандарҙы ла танымаған бәндәләр гәзит яһай тинеләрме икән? Беҙҙең гәзитте баҫҡан Стәрлетамаҡ типографияһына яңы кеше алғандар, шул биттәрҙе бутай ҙа ҡуя икән. Беренсе тапҡыр әрләшкәс, бүтәнсә былай булмаҫ тип ышандырҙылар, инде бөгөн ҡулға яңы һанды алһаҡ... йәнә шул хәл. Башҡаларҙы бутамайһығыҙ, ниңә беҙҙе бутайһығыҙ ул, цифраларҙы әллә нисә быуат элек, башҡорт та, рус та түгел, ғәрәптәр уйлап тапҡан, уны өс класс белемле кеше лә таный... Әйтмәгән һүҙ ҡалманы. Ғәфү үтенделәр, башҡаса былай булмаҫ тип йәнә һүҙ бирҙеләр... 
Гәзитте ҡулға алһағыҙ, бик ғәжәпләнмәгеҙ, биттәрҙе күсереп кенә һалырға кәрәк, шунан ул нормаль хәлгә килә. 
Автор:
Читайте нас: