Беҙҙең сара - Көньяҡ зона журналистарының семинары. Күптән күрешкән, бер-беребеҙгә йөрөшкән юҡ, башкөллө эшкә сумып, аралашыу онотолдо, кем нисек йәшәй, нисек тын ала, белгән юҡ.
Кисә Мораҡ ауылы беҙгә был мөмкинселекте бирҙе: аралашып рәхәтләндек кенә. Хоҙайбирҙе ауылында ҡаршы алдылар, шул тиклем матур ҡаршы алдылар, үҙебеҙҙе республика башлығы дәрәжәһендә тойҙоҡ, артистар йырлап-бейеп тора, икенселәре ҡымыҙҙарын һоноп тора. Музейҙарҙы ғәләмәт икән, ауыл тарихы баштан-аяҡ күрһәтелгән, Шәһит Хоҙайбирҙин биографияһына ҙур урын бирелгән. Ҡул менән әйләндереп уйната торған патефонды тыңланыҡ, Ш. Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы, балерина Тамара Хоҙайбирҙинаның бер быуат элек тиерлек кейгән күлдәктәренә иҫебеҙ китеп ҡараныҡ. Ҡыҙҙар, түҙмәй, кейемде тотҡоланы: быны, бөгөн кейеп, әҙәм араһына сыҡһаң да була, һаман модный.
Мораҡта ҡараңғы төшкәнсе булырға тура килде. Ауыл буйлап экскурсия үткәрҙеләр. Беҙҙең предприятие етәксеһе Рәсүл Сәфәрғәлиев башын сайҡаны - әллә республиканың бөтөн асфальтын Мораҡҡа алып килгәндәр инде. Аптырарлығы бар, ауыл урамдарына өр-яңы, тип-тигеҙ асфальт һалынған. Аҙаҡҡы көндәрҙә генә өр яңы аллея асҡандар һәм 12 (!) урамға асфальт түшәгәндәр. Юл буйҙары сабылған (ҡайтҡан саҡта район хакимиәте янынан, Тыныслыҡ урамы аша үттек, сағыштырҙыҡ, оят булып китте, юл буйында үҫкән үләндәр, елгә һелкенеп, ҡайттығыҙмы тип, беҙгә сәләм биреп ҡалды).
Парктар буйлап йөрөнөк, һәйкәлдәргә сәскәләр һалдыҡ... Ярты көн шулай үтте лә китте. Мораҡтың ҡарар ерҙәре күп икән. Гәзиттә оҙаҡ йылдар эшләгән ветеран Гөлдәр апай Абдуллина шулай тине: беҙгә Сибай яғына китеп барып, яңғылыш килеп ингән кешеләр ғәжәпләнә. Мораҡ Мрак тигән һымаҡ яңғырай, этә-төртә йәшәп ятҡан бер ауылдыр инде тиһәк, ҡалай һеҙҙә барыһы ла тәртиптә, таҙа ул.
Ауыл буйлап сәйәхәт ҡылып туйғас, эш әңгәмәгә, гәзиттәрҙе тикшереүгә, ҡотлауҙарға күсте.
Күптәрҙе һүктеләр: гәзиттең төҙөлөшө дөрөҫ түгел, фотолар күп, фәлән дә фәсмәтән... Үпкә белдереүсе булманы, барыһы ла аңлап тора, кадрҙарға ҡытлыҡ, элек ун биш кеше эшләгән гәзитте бөгөн дүртәү эшләй. Эш хаҡы, гонорарҙар, почтаның эше, интернетта эшләү серҙәре... Темалар күп, барыһы ла актуаль. Ҡайһы бер һорауҙар риторик булып ҡалды. Сәбәләнеүҙән файҙа юҡ, аттың, дыулап, тәртә һындырғаны бармы? Булғанына шөкөр итеп йәшәйбеҙ, рустар әйтмешләй "Не до жиру".
Аҙаҡ, сараның эшлекле ере бөтөп, табын артына үткәс, телдәр сиселгәс, бер-беребеҙҙе маҡтап туя алманыҡ - "Әл дә һеҙ бар, рәхмәт, һеҙһеҙ беҙ нисек йәшәр инек - баш етмәй".
Йәрәбә һалдылар. Киләһе йыл Көньяҡ зонаһы семинарын кем үткәрә? Күмертау менән Ермолаево йөрәктәрен ҡуш усына ҡыҫты - беҙгә генә эләгеп ҡуймаһа ярар ине. Килһәләр, әлбиттә, ашатып-эсерергә, күстәнәс төрнәргә хәл етер (хөкүмәт аҡса бүлә), ә бына, экскурсия тип, анау сама халыҡты ҡайҙа алып барырға? Моноҡала паркынамы, стадионғамы? Күмертау буйлап һелкенеп барһалар, күңелдәре болғанып, баштары әйләнеп, сара бөткәнен дә көтмәй, ҡасып ҡайтып китә башлаясаҡтар. Ермолаевола ла уларҙы ҡайҙа алып бараһың? Көйөргәҙе гәзите менән бергә, оҙаҡ баш ваттыҡ, юҡ, оялмай ғына алып барырлыҡ урыныбыҙ юҡ. Шуға, йәрәбә беҙҙе генә һайламаһа ярар ине тип, доғалар ҡылып ултырҙыҡ.
Яҙмыш беҙҙе йәлләне, мәсхәрәгә ҡалдырырға теләмәне - киләһе семинар Ғафури районында була. Аллаға шөкөр!
Күмертау менән Көйөргәҙе редакторҙары, еңел тын алып, өҫтәлдәге туҫтаҡтарға үрелде - әйҙәгеҙ, иптәштәр, һеҙҙең өсөн!