Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
15 Августа 2023, 09:29

Ҡурҡыу

Редакция тормошонан.

Ҡурҡыу
Ҡурҡыу

Ҡышҡы бер кистә, эш бөтөр алдынан, бер ир килеп керҙе. Өҫтөндә бәлтә, башында бүрек, ҡулында - спорт сумкаһы. Кергәс, ниндәйҙер ауыр эштән бушанған кешеләй, бүреген систе, һирәк сәстәрен һыйпап ҡуйҙы, ауыр тын алды ла:
- Миңә эш кәрәк ине, - тип, уратып-суратып тормай, хәбәр һалды.
- Һәйбәт. Эш урындары беҙҙә күп. Резюмығыҙ бармы?
- Юҡ. Былай мин БДУ бөткән кеше. Йыл ярым уҡытыусы булдым.
- Йәшегеҙ күпме?
- 41.
- Йыл ярым ғына уҡытҡас, ғүмере буйы ҡайҙа эшләнегеҙ?
- Төрлө эштә, в основном, ҡарауылсы булдым.
- Ә ниңә юғары уҡыу йорто бөткәс, мәктәптә генә ҡалманығыҙ?
- Эше ауыр. Балалар менән эшләүе ҡыйын.
- Ҡарауылсы эше рәхәт инде, барҙың да йоҡланың да ҡайттың
- Аха рәхәт, пистолет менән килеп керһәләр, йоҡларһың.
- Шуға ҡарауылдан китергә булдығыҙмы?
- Эйе, еңелерәк эш кәрәк.
- Яҙып ҡарағанығыҙ бармы?
- Юҡ.
- Хм. Өйләнгәнме ул һеҙ?
- Юҡ.
- Сәпсим кәләш алғанығыҙ булманымы?
- Юҡ.
- Мдә. Беҙҙә ҡыҙҙар күп.
- Мин уларҙан ҡурҡам.
- Ҡурҡҡас, нисек эшләмәксеһегеҙ, редакция заданиеһы буйынса, ҡыҙҙар менән бергә ҡушарлап сығырға булһа?
- ....Мин аҙыраҡ уйлайым әле. Ҡарарымды аҙаҡ әйтермен, йәме.
- Йә.

Автор:Малик Ильясов
Читайте нас: