Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
23 Августа 2023, 15:49

Ҙур булһын

Ниңә гәзит гел ошолай сыҡмай икән?

Ҙур булһын
Ҙур булһын
Бөгөн гәзитебеҙҙе ҙур итеп эшләттек, бер генә битен, уныһы күтәрә алмаҫлыҡ булған да ҡуйған, ҡолас етмәй. Ирмәк бигерәк, ошолай дәүмәлдә баҫылһа, иллә ҡыҙыҡ булыр ине, телевизор һымаҡ итеп, стенаға элеп ҡуй ҙа, диванда ятып ҡына уҡы. Аҙаҡ ҡура-келәт-лапаҫтың тишек-тошоғон ҡапларға ла эшкинер ине. 
Уҡытыусылар конференцияһына әҙерләнгән көн. Һиҙмәҫтән, ошо гәзиткә ҡарап, теләктәр тыуҙы: шатлыҡтарыбыҙ ҙа, уның һымаҡ, гел ҙур булһын, күҙгә күренмәҫ япма-парҙәләр беҙҙе яуыз елдәрҙән ышыҡлап торһон. 
Автор:
Читайте нас: