Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
6 Сентября 2023, 09:33

Бармаҡ

Хәйерсегә ел ҡаршы: бармаҡһыҙ ултыра торған көнмө?

Бармаҡ
Бармаҡ

Уттай эш мәле, алда - һайлауҙар, Кинйә йыйыны, улары булмаһа ла, ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ. Ә бында - бармаҡ эштән сыҡты.
Хәбәрсебеҙ кисә машина ишегенә бармағын ҡыҫтырған. Була торған хәл, аҙыраҡ һыҙлар ҙа бөтөр, тип өмөтләнһәк, бөгөн ҡулын саҡ күтәреп килгән - һынған икән бармағы, гипс һалып, Никулин һымаҡ итеп, сығарып ебәргәндәр (гипс эсендә алтын-көмөшө генә юҡ). Етмәһә, уң ҡулдағы бармаҡ, эште башҡара торғаны. Бына хәсрәт.
Бармаҡ - бәләкәй генә бер ағза, булғанында иғтибар итмәйбеҙ ҙә икән, ҡәҙере бик юҡ һымаҡ, бына, ул булмағайны, шунда уҡ һиҙелде, бармаҡһыҙ - ике ҡулһыҙ.
Баш һау булһа, кәпәс табылыр тип йыуатабыҙ бармаҡһыҙҙы, беҙҙең һүҙҙәрҙең ярҙамы тейәлерме, әммә ошонан арыһына беҙҙән файҙа юҡ.
Тормош шулай икән: бәләкәй генә, күҙгә, иғтибарға салынып бармаған нәмәнең дә әһәмиәте ҙур була. Быны беҙ бик йыш һуңыраҡ аңлайбыҙ. 

Автор:
Читайте нас: