Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
14 Сентября 2023, 17:18

Һөнәр

Һеҙ ҙә килгәнһеҙ икән дә, беҙ ҙә килгәнбеҙ икән тигән кеүек килеп сыҡты.

Һөнәр
Һөнәр

Гуманитар ярҙамды ебәрешәм, шуның шаһиты булам, яҙам, төшөрәм тип, өс редактор килеп баҫҡан.
- Хәлдәр нисек?
Гелән осрашып тороп булмай, аралар һыуына башланы, элекке һымаҡ тегендә-бында саҡырып яфаламайҙар (ТВ, гәзиттең хәлдәре шулайыраҡ), шуға һирәк-һаяҡ ҡына осрашабыҙ, АРИС директоры Алик Юлтыев менән әллә ҡасандан күрешкән юҡ, элек аралар эҫе ине.
- Һин һорама, мин әйтмәйем тигән кеүек, аптыраған көндән мөхәррирҙәр үҙҙәре эшкә егелә, бына, өсәүләп торабыҙ - эшләргә кеше юҡ.
- Миндә лә шул. Элек, эш һорап, өйөрө менән килә инеләр, хәҙер... булғанына шөкөрана ҡылып тик йөрөйһөң.
Зиннур Исхаҡов ағайҙың цехтары буйлап үттек, 150-нән ашыу кеше эшләй икән, афарин, эш урындары элекке совет заманындағы заводты хәтерләтеп ҡуйҙы, гөрләйҙәр генә.
Эшсе һөнәре киренән модаға инә тиҙәр, бәлки, ысынлап та, шулайҙыр. 

...Беҙҙең һөнәр архаизм булып ҡалырмы икән? 
Автор:
Читайте нас: