Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
17 Сентября 2023, 10:43

Бүләк

"Йыраҡтан уҡ күреп таныш йөҙҙө уттар ҡапты кеүек күңелгә".

Бүләк
Бүләк
Кинйә байрамында халыҡтың күплеге! Баҫып йөрөр урын юҡ. Байрам шәп булды тип һәр килгәне әйтте, буғай, беҙҙеңсә, барыһынан мөһимерәктер, бәлки, күптән күрмәгән таныштарҙы осратыу, аралашыу булды. Бына Рөстәм Сәйетбатталов, Мораҡтан, уны күрмәгәнгә.... Юҡ, һуңғы осрашыу хәтерҙә түгел. 
- Ашаттылармы хет?
Ҡунаҡтар бит, яҡты йөҙ күрһәтеү мотлаҡ, беҙ, ни яғы менәндер, барыбер, хужа, ас йөрөп ҡайтып китә күрмәһендәр. 
Ана, Мирсәйет еҙнә китеп бара. Өфөнән. Ҡотлоюл кейәүе. Шуға еҙнә тибеҙ. "Йәншишмә" мөхәррире.
- Быйыл миңә 60 тула.
- Заслуженный-ғәләмәткә берәй нәмә хәстәрләнеңме?
- Юҡ. Бирһә бирерҙәр, бирмәһә...-  М. Юнысов ҡулы менән һауа яра. 
Нисәмә йыл журналистикала, нисәмә йыл редактор, үҙенең бер йүнле наградаһы юҡ. 
- Башҡаларҙан ҡалһа, бәлки, бирерҙәр.
Кемгә төрттөргәне билдәле, бәғзе әрһеҙ "журналистарҙың" алмаған бүләге ҡалманы. Йүнле публицистик әҫәр яҙғанмы-юҡмы, бирәләр үҙҙәренә, ҡалайтаһың, заманы шул китте - әрһеҙҙәр, ярамһаҡтар заманы.
- Тиҙҙән Сочиға баралар.
Журналистарҙы йыл һайын ҡайҙалыр йөрөтәләр, Мәскәү, Сочи... Бушлай ашатып-эсереп, фотоларға төшөртөп алып ҡайталар. Унар йыл бер хәл күҙәтелә - йыл һайын бер үк кешеләр бара бындай ергә. Баяғы награда артынан награда алғандар. Көрһөндөк. 
...Розалия килә ята. Атлауы, ҡиәфәтенән әллә ҡайҙан таныныҡ. Һай, ғүмер, уның менән, "Юшатыр"ҙың элекке хеҙмәтҡәре менән, осрашмағанға ла байтаҡ ваҡыт үткән.
Р. Назарованың барыһы ла теүәл булыуын белеп шатландыҡ, шулай ҙа йөрәк өйкәлеп ҡуйҙы - шәп журналистар аяҡ аҫтында аунап ятмай. 
Розалия, үҙенең дуҫтарын тап итеп, шулар менән йөрөп ята. Кәйефе шәп, тыуған яғына ҡайтҡандай тоя ине ахры үҙен. 
- Юлай Талхович, килегеҙ әле.
Башлыҡ аптырап ҡарай, мине нимә эшләтәләр икән?
- Бына, республикалағы иң шәп хәбәрселәрҙең береһе, - исмаһам, һеҙгә булһа ла шулай тип әйтәйек тигәндән килеп сыҡты, ахры, был һүҙ, үҙебеҙ тураһында әйтер башҡа кеше лә ҡалмай башланы, юғиһә. Фотоға төштөк. Ошо сыуаҡ көндөң матур бер хәтирәһе булып ҡалһын. 
...Сочи, мәскәүҙәр, наградалар... Суҡынһын. Бына ошондай осрашыуҙар -  үҙе бер ғүмер. Яҙмыш биргән ошо бүләктәрҙән айырмаһын. 
Автор:
Читайте нас: