Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
29 Сентября 2023, 16:17

Һаман да матурҙар

Уларҙы йылына бер генә иҫкә алмайбыҙ.

Һаман да матурҙар
Һаман да матурҙар
Бик йыш хәтергә төшәләр: иҫеңдәме, Урал ағай шулай тип шаярта, Эльфрида апай шулай ти ине, ә Тәлғәт ағай былай тип төрттөрә торғайны... Әллә нисә йылдар үтһә лә, бөтәһе лә кисә генә булған кеүек. Ғүмер тиҙ үтә. 
Ғүмер үтә, ә улар һаман шул көйө, шап-шаҡтайҙар. Һәр береһе үҙенең тормошон бәйән итте, Аллаға шөкөр, барыһы ла теүәл, балалар, гөрләтеп, донъя көтә, ейәндәр үҫтерә. Олатай-өләсәйҙәрҙе онотмайҙар, уларҙы, үҙҙәренең матур йәшәүҙәре менән бәхетле итәләр. 
Ололар көнө уңайынан үҙебеҙҙең "ҡарттарҙы" ҡотланыҡ. Был һүҙҙе тырнаҡ эсендә генә яҙабыҙ, ҡарт тип әйтергә ныҡ иртә. Байрамығыҙ менән, апай-ағайҙар. 
Автор:
Читайте нас: