Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
9 Октября 2023, 16:37

184-се

Күкрәккә миҙал тағып ҡайтарҙылар.

184-се
184-се
"К. Арыҫлановтың 300 йыллығы" миҙалын. Уны йәйҙән бирле тарата башлағайнылар, байтаҡ кеше миҙаллы булып ҡыуанды, сират, бына, беҙгә лә еткән икән. Иң тәүгеһен Р. Хәбиров үҙе таҡҡан, икенсеһен - К. Толкачев. Беренсе һанды, билдәле, беҙҙең кеүеккә бирмәҫтәр, шулай ҙа, кемдең күкрәген был тамға биҙәгән, шулар шатланды, буғай. Онотмағандар бит, бирҙеләр.  Бөтөнләй бирмәһәләр, ҡалай ҡыйын булыр ине.
Бөгөн, беҙҙән тыш, күп кенә кеше кавалер булып китте. 
- Бының өсөн берәй льгота бармы, коммуналка-фәләнгә хаҡты кәметмәйҙәрме? - ошолай шыбырлашыусылар ҙа табылды. 
Белемле кешеләр аңлатты - юҡ. Тағыр булһағыҙ, һул яҡҡа түгел, уң яҡҡа тағығыҙ тип тә төшөндөрҙөләр. Һинеке нисәнсе тип төпсөшөп, күршеһенең бөйөрөнә төрттөләр. Үҙенеке күршеһенекенән саҡ ҡына булһа ла алдараҡ һанлы булһа, илереп шатландылар...
Һан буйынса килгәндә, беҙгә эләккәне 184-се. Ике йөҙгә етә яҙғанбыҙ икән, ярар, зарары юҡ, беҙҙән һуң да алыусылар була ла. 
Автор:
Читайте нас: