Все новости

Поездың тәгәрмәсе тишелгән

Гәзитебеҙҙең тоғро уҡыусылары йома көнө ишек асылыу менән яңы һанды алырға, тип ашығып килеп инәләр.

Поездың тәгәрмәсе тишелгән
Поездың тәгәрмәсе тишелгән

Ә гәзитебеҙ элегерәк иртә таң менән килеп етә ине, хәҙер һуңлай ҙа ҡуя. Уҡыусыларыбыҙҙы иҫкәртеп, саҡ ҡына һуңыраҡ килегеҙ, тип яҙып та ҡуйҙыҡ. Тик күңелде тыйып була меней...
Әле генә, мөләйем йөҙөлө апайыбыҙ гәзит артынан килеп инде.
- Һаман юҡ меней?
-Юҡ, шул...
- Өйгә ҡайтып бер сисенһәң, бындай һауа торошонда, башҡа сығып йөрөгө килмәй бит әле..
-Ярай улайһа, ялдарҙан һуң килеп алырһығыҙ.
- Эйе, һиңә әйтеүе рәхәт. Нисек ике көн буйы гәзитте уҡымай түҙеп ултырмаҡ кәрәк! Ярай төштән һуң, тағы бер килеп әйләнермен әле.
Апайыбыҙ сығып китте, уның артынса уҡ йәнә бер ағайыбыҙ килеп инде. Был ағайыбыҙҙың шаянлығы йөҙөнә сыҡҡан, һәр ваҡыттағыса шаяртып һалды.
- Һаман юҡ ти, 11-гә килеп етә торғайны ла баһа. Ай-һай ул поездың тәгәрмәсе тишелгәндер, был тиклем оҙаҡ килеп етә алмағас.

Автор:
Читайте нас: