Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
22 Декабря 2023, 09:26

Сәскә һулый, һин һулыма

Һәр иртә лә бөгөнгөләй башланһа икән.

Сәскә һулый, һин һулыма
Сәскә һулый, һин һулыма
Сәскәләр һәм матур ҡатын менән. Күмертау мәғлүмәт Үҙәге директоры Лилиә Әбйәлилованың бөгөн тыуған көнө. Уны ҡотлауҙан башланды көнөбөҙ. Нисә йәш? Һорамағыҙ, йәш, бигерәк йәш әле ул. Эш тынғыһыҙ, һәр көн һине ниндәйҙер проблема аңдып тора, шулай ҙа, ошоларҙың барыһына бирешмәй, бөтөн кәртәләрҙе емереп алға бара Лилиә Рәшит ҡыҙы. Күңел тыныслығы теләнек. Ҡалғандары бөтәһе лә ошо тыныслыҡҡа бәйләнгән. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙҙе лә маҡтап китте Л. Әбйәлилова, өсәү генәһегеҙ, ә нисек эшләйһегеҙ! Мин һеҙҙең урында булһам, эшләй алмаҫ инем. Аҙыраҡ шапыртты кеүек, шулай ҙа ижади кешегә күп кәрәкме ни, күңелде күтәрҙе.
Тыуған көнөгөҙ менән, Лилиә Рәшит ҡыҙы. Беҙ биргән сәскәләр һулыр, һеҙ һулымағыҙ, һәр саҡ әлегеләй балҡып, нур сәсеп, хуш еҫ бөркөп йәшәгеҙ! 
Автор:
Читайте нас: