Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
28 Декабря 2023, 12:06

ГУПыбыҙға рәхмәт

Онотмағандар.

ГУПыбыҙға рәхмәт
ГУПыбыҙға рәхмәт
Йыл һайын һәр предприятие, ҡулынан килгәнсә, эшселәрен бүләкләй. Ҡала дауаханаһында, ана, медперсоналға санитар бирсәткәләр таратҡандар (фотоһы редакцияла бар). Күңелдәре бер аҙ төшкән, әлбиттә, ул бирсәткәне улар эштән былай ҙа бушлай тотоп алып ҡайтып китә ала. 
Уның ҡарауы, беҙгә быйыл да шәп бүләктәр ебәргәндәр. Өфөнән, ГУПыбыҙ. Бәләкәй балалары булған журналистарға күстәнәстәр. Йыйылманы һәйбәт йыйғандар, ауыҙын асып ҡарағас та, ҡатын-ҡыҙ: оһо, күстейҙәре матур, тине. Балалары олоғайып өлгөргәндәр ситтән генә ҡарап көрһөндө - уларға юҡ. Баламдың бала сағын һағынам тигән кеүек, ҡайҙа ҡалды икән баламдың сабый ғына саҡтары? Үҙемдең йәшерәк саҡтарым. Хәйер, иҫкә төштө, ГУПыбыҙ премия ла бирҙе лә баһа! Бынауындай мәлдә премия алыу (заман ауыр, ҡайыштарҙы ҡыҫыңҡырап бәйләгеҙ тиҙәр гел, ә үҙҙәре байрам артынан байрам үткәрә лә йөрөй) һәр кемгә тәтемәйҙер ул. Район хакимиәте, ана, быйыл премияһыҙ ҡалдыҡ тип, аптырап, бойоғоп ултыра.
Ҡыҫҡаһы, йыл матур ғына тамамлана. Киләһе йылыбыҙҙа ла беҙҙең һәммәбеҙҙе (олоһон да, кесеһен дә) ҡыуандырыр сәбәптәре күп булһын ине. 
Автор:
Читайте нас: