Һоҡланып, ғорурланып ҡарап ултырабыҙ, ысынында. Беҙҙекеләр бит ул! Әлфинә Солтанова беҙҙең гәзиттә эшләп китте, шуға беҙҙеке тип әйтергә тулы хоҡуғыбыҙ бар. Йәл, тотҡарланманы - ҙур карапҡа оло һыу кәрәк, Әлфинә, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡҡа күсеп китте. Юғары уҡыу йортонда беҙҙең балаларҙы, ейәндәрҙе уҡытырға, уларҙы Кеше итеп сығарырға.
Әле Стәрлетамаҡта үткән "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсының муниципаль этабында "Ғаилә кәсебе" номинацияһында Солтановтар ғаиләһе еңеүсе тип табылған. Ҡотлайбыҙ! Һәм бына нимә тип уйлайбыҙ, хыялланабыҙ. Йылдар үтер, һыуҙар ағыр, Ә. Солтанова тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулар. Ижади юлы, биографияһы төрлө әсбаптарға инер, энциклопедияларҙа, википедияла яҙылыр. Һәм унда, бәләкәй генә бер ерендә, Әлфинә Шамил ҡыҙы Күмертау ҡалаһында шундай-шундай айҙарҙа Юшатыр гәзитендә лә эшләп киткән тип тә телгә алыныр.