Все новости

"Тәмлекәй"гә - ҡунаҡҡа

Яңы Морапталға ҡунаҡҡа саҡырҙылар.

"Тәмлекәй"гә - ҡунаҡҡа
"Тәмлекәй"гә - ҡунаҡҡа

Кем саҡырҙы бит әле - Венер Хәмитов, үҙенең "Тәмлекәй" проектына.
Бындайҙы беҙ бәләкәйҙән телевизорҙан ғына ҡарап белә инек, Макаревичты, Тыр-тырҙы. Ҡарауы ҡыҙыҡ, бешергән аҙыҡтарын үҙең ашамаһаң да, тапшырыуҙы ҡараһаң, үҙең ашағандай булаһың.
Һәм бына, тиҙҙән үҙебеҙ ҙә, әллә ниндәй ҙур сәхнә йондоҙондай булып, камера алдында тәмлекәй бешерәсәкбеҙ.
- Өҫтәл артына ике генә кеше һыя.
- Беҙ өсәү ҙә
- Ярар, күңел һыйһа, башҡа ерегеҙ ҙә һыйыр.
- Ә ҡарәле, Венер Йәғәфәрович, бешерә торған аҙыҡ-түлекте һин үҙең бирәһеңме ул?
- Юҡ, үҙегеҙ алып киләһегеҙ.
- Улай икән...
Бер һүҙ менән әйткәндә, тиҙҙән беҙ Яңы Морапталда тапшырыуҙа, проекта ҡатнашасаҡбыҙ. Ә был проектың үҙе хаҡында мәҡәлә киләһе йома көнө гәзиттә баҫылыр.

Автор:
Читайте нас: