Дөрөҫ, һуңыраҡ булды (Баҫма көнө үтеп китеп өлгөрҙө), шулай ҙа уң булды - Олег Астахов ҡулынан Рәхмәт хаты алынды. Ҡыҙғаныс, башлыҡ үҙе бирә алманы, сырхап киткән, урынбаҫары Эвелина Зверева тапшырҙы.
Эффектлы һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн тигән, Эшебеҙҙең эффекты бармы - быныһын башҡалар әйтер, ә бына намыҫлы тигәне дөрөҫтөр, уға тап төшөрмәҫкә тырышып йөрөгән баш. Хәйер... Быныһына ла хөкөмдө беҙ үҙебеҙ бирә алмайбыҙ. Нисек булһа ла, бәләкәй хеҙмәтебеҙҙе ҙурлап ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, Олег Анатольевич, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙгә лә эффектлы һәм намыҫлы эшләргә яҙһын тип теләйбеҙ. Киләсәктә, оҙаҡ йылдар үткәс, һеҙҙе бары тик маҡтап иҫкә алһындар - О. Астахов ҡаланың иллә шәп етәксеһе була торғайны. Һәм ауырымаҫҡа теләйбеҙ, был донъяла һаулыҡтан ҡәҙерлерәк бер нимә ла юҡ икәнен һеҙ, доктор булараҡ, барыһынан да яҡшыраҡ беләһегеҙ.