Все новости

Ҡамсы

- Минең атайҙың 4 ҡамсыһы булған.

Ҡамсы
Ҡамсы
Һис көтмәгәндә редакцияға Урал Ибраһимов килеп инде. Күптән килгәне юҡ уның, әле үҙе лә быны раҫланы - һуңғы кергәнемдә Искрала эшләй инем. Был мәлдән бирле күпме һыуҙар аҡҡан, Урал Дамир улы Тәүәкәндә директор булып эшләп ҡайтты, унан һуң, бына нисә йыл район башлығы урынбаҫары. Начальник булып киткәне бирле кермәне тимәйбеҙ, сабатаны түргә элә белмәгән кеше лә ул. У. Ибраһимов әле ялда икән, яҙғы эштәр башланғансы тәнеңде яҙып ал тип ебәргәндәр. 
Дамир ағай тураһында һөйләүе. Атаһы оҙаҡ йылдар Ҡотлоюл бригадаһы бригадиры булған кеше, шул турала һөйләүе. 
Дүрт ҡамсының һәр береһенең үҙ функцияһы булған, береһе этте, икенсеһе малды ҡыуа торғаны, өсөнсөһө - тәҙрә шаҡый торғаны, ә дүртенсеһе кешене ҡамсылай торғаны - быныһы йомшағырағы. Ауыртһын тип түгел, аңлаһын тип һуға торғаны. 
Оҙаҡҡа һуҙылды әңгәмә, Урал Дамир улының иркенләп йөрөгән сағы. Шул арала Ер шарын урап сыҡтыҡ, буғай, темаларҙың да, иректең дә сиге юҡ. 
Беҙгә Дамир ағайҙың ҡайһы ҡамсыһы килешле булыр ине икән -ирекһеҙҙән башҡа ошо уй килде. 

Йөкһөҙ атҡа ҡамсы тейеп бармай,
Йөклөһөнә тейә күберәк:
Бәйге атын данға күмәләр бит,
Йөк атына хөрмәт бик һирәк.
Автор:
Читайте нас: