Эшкә барыһы ла килеп бөтмәгән, редакция буп-буш тиерлек.
- Ана, ҡара, фотола Земфира тора, Наилдың ҡыҙы.
Шулай тип һөйләшкән тауыштарын ишеткәс, былар Таймаҫ булырға тейеш, улайһа, тип уйланыҡ. Яңғылышмағанбыҙ - шулар.
Хәҙисә апай Мәһәҙиева һәм уның ҡыҙы Ғәлиә.
- Атаҡ, иртә менән ауылдан нисек килеп еттегеҙ, юлдарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ.
- Юлдарҙы һөйләмә лә инде, берәй ҡасан арыуланырмы улар, аптыралған. Әнүәр алып килде, ул тешен рәтләп йөрөй. Ә миндә күҙ ҡайғыһы, күҙ врачына килдем. Күҙем насар күрһә лә, "Юшатыр"ҙы алдырмай ҡалғаным юҡ, саҡ-саҡ уҡыйым, әммә алдырам.
Һеҙ нисек тә, беҙ нисек тип байтаҡ ваҡыт әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Үҙебеҙҙекеләрҙең матур холҡо - Хәҙисә апай әллә күпме итеп күстәнәс тотоп килгән.
- Сәй ҡуям.
- Юҡ, юҡ, ваҡыт тар, врачҡа һуңлайым.
Килеп ингәндәге ише, көр тауыштар менән, хушлашып, киттеләр.
Ни ғәләмәттер, Хәҙисә апай күҙлек кеймәгән, күҙҙәре һәйбәт күргән ҡайһы бер кешегә ҡарағанда ла күҙлерәк күренде.