Все новости

Йыртыҡ йөҙ

Теге көн, кафенан һуң, беҙгә лә һуғылғандар икән.

Йыртыҡ йөҙ
Йыртыҡ йөҙ
Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы йыйылышынан һуң, аҙмы-күпме ҡапҡылап алғас, Салауат ағай "әйҙә, Юшатырға инеп сығайыҡ әле" тигән. Район гәзите хәлен унда эшләп ҡараған кеше генә аңлай, С. Кәримов үҙе ошо иләк аша үтеп, журнал редакторы вазифаһына тиклем күтәрелгән кеше, шуға ла, бәлки, ҡоролтайҙа ул бер үҙе беҙҙе иҫкә төшөргән ҡунаҡ булды. 
- Рус гәзитенә нисек булһа ла хакимиәт ярҙам итәсәк, милли гәзитте онотмағыҙ, уға ярҙам кәрәк. 
Редакцияла бер Айгөл ултыра ине, ҡалған икәү районға сапҡан мәл, унда ла ҡоролтай була, етмәһә, гәзит сыҡҡан көн. Бишкә түгел, унға ярылырҙай ваҡыт. Салауат ағай менән булған береһе һеҙҙең ниндәй тығыҙ эшегеҙ булһын инде тип тә төрттөргән. Быға ағайыбыҙ:
- Иң ауыры район гәзитендә эшләүе, улай тимә, -тип яуаплаған. 
Фотоға төшкәндәр. Емерек йөҙлө Ғафури һәйкәле ҡаршында. Ниндәйҙер мәғәнәгә лә эйә ахры был фотоһүрәт, йөҙөбөҙ бик матур, нурлы булмаһа ла, ул ҡай саҡ йыртылһа ла, ошо йөҙҙө күрмәмеш булһалар ҙа, йылмайып тора бирәбеҙ. 
Автор:
Читайте нас: