Все новости

Һуңламаған миҙал

...Сараның башланыу мәле саҡ ҡына үҙгәрҙе.

Һуңламаған миҙал
Һуңламаған миҙал
М. Исҡужин уҡыуҙарын иртәрәк башларбыҙ тип йөрөгән көндән, аҙыраҡ төҙәтмә индерергә тура килде - башланыу ваҡыты артҡараҡ шылды. 
- Район башлығы килә, ваҡытты уға самалайбыҙ. 
Йөҙәрләгән бала, шулай итеп, һөйләр телмәрен кисектерҙе. Йырсылар йырламай, бейеүселәр бейемәй көттө. Билдәле, башлыҡ килер булғас, буш ҡулын һелтәп килмәй, тимәк, көтөүҙәрҙең мәғәнәһе, файҙаһы була. Һәм ул булды ла - К. Арыҫлановтың юбилей миҙалдарын тапшырҙылар (улар һаман таратылып бөтмәгән икән, рәхмәт яуғырҙары). 
Бындай эшкә, башлыса, башлыҡ урынбаҫары йөрөй торғайны, был юлы Үҙе алып килгән. Миҙал тапшырыу церемонияһының мәртәбәһе бермә-бер артты, әлбиттә. 
Оскар йә Грэмми статуяһын һаҡлаған ише, өсәүләп килделәр хатта. Ҡәҙере ҙур миҙалдың. Шулай булмай, был миҙал, ысынлап та, беҙҙең өсөн бик мөһим бүләк, уны таҡҡан һәр бере үҙен халыҡ данын яулаған шәхестәй тоя.  
Был тойғоно беҙҙең яуаплы сәркәтип Айгөл Халиҡова ла тойҙо бөгөн. Ниһайәт, сират уға ла килеп етте, күкрәген миҙал биҙәне. Шатлыҡ бар редакцияға таралды, беҙ был бүләкте барлыҡ гәзит эшенә бирелгән юғары баһа тип ҡабул иттек. 
Һуңлап килмәнеме был миҙал? Юҡ, теүәл сәғәтендә бирелде, көттөрҙө бер аҙ, әммә һуңламаны. 
Автор:
Читайте нас: