-2 °С
Облачно
Онотолоп бара ул, башҡа байрамдар баҫты уны. Тағы бер дата бар: бөгөн "Юшатыр"ҙың да тыуған көнө. 19 йәш тулды беҙгә.
Олпат йәш түгел, был шуныһы менән һәйбәттер ҙә, бала аҡылы сығып бөтмәгән, әммә танауҙың күптән еҫ һиҙеп, донъяны бары тик аҡҡа-ҡараға ғына айырмай башлаған мәле. Йәшлектең шаулап сәскә атҡан ваҡыты, ҡыҫҡаһы.
Тыуған көнөбөҙ менән беҙҙе, май айының гүзәл сәскәләре кеүек гел матур булып ҡалырға яҙһын, ҡарҙар баҫмаһын, һыуыҡ елдәр һулытмаһын.