Бик ашағы килһә лә, яҙмаған булғандыр, балтырған ашын, салатын ашап булманы. Быйыл, үткән ялдарҙа, Гөлнурға наказ итеп әйтеп ҡайтарҙыҡ (ул аҙна һайын ауылына ҡайта): ер тишегенән булһа ла табып, алып кил. Аштөрләгән ҡатын һымаҡбыҙ юғиһә, йәнебеҙ балтырғанды һорапмы-һорай. Алып килгән. Ер тишегендә түгел, Ялсыҡай яландарында тапҡан. Бөгөн аш бешерҙек, ыумас ашы. Тәме.... Итле аштарың ары торһон! Йыл һайын май майында өс йә биш тапҡыр балтырған ашы бешереп ашаһаң, шифаһы ҙур була, ти халыҡ медицинаһы. Ышанабыҙ быға, балтырған тәме - алыҫ үткәндәр, йәшлек, бала саҡтың татлы тәме.
Был аштың рецебын барыһы ла беләлер, шулай ҙа, күрһәтәбеҙ, махсус ашнаҡсы курстарын бөтөргә тимәгән, ябай ул:
1-2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар!.. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Эре ҡулса итеп ҡырҡһаң да зыян юҡ, әммә ваҡ ҡына итеп тураһаң, ул ашта беленмәй, был бигерәк тә бәләкәс балалары булған ғаиләлә иҫәпкә алына – йәш әсәләр мине аңланы инде... Ай, шунда бер арала тоҙ ҙа өҫтәргә кәрәк ине бит! Уныһын инде һәр кем үҙенсә эшләй – кемдер баштан уҡ һала, кемдер иң аҙаҡтан өҫтәй. Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон.