Все новости

Күп кәрәкмәй ҡатын ҡыҙға

Кисәге өшөүебеҙ!

Күп кәрәкмәй ҡатын ҡыҙға
Күп кәрәкмәй ҡатын ҡыҙға
Күп ваҡыт онотолмаҫ был байрам - һыуыҡ һөйәктәргә тиклем үтте. Һуңғы ҡыңғырау байрамын әйтәбеҙ. Тышта булырын белһәк, йылыраҡ бәлтә кейеп килгән булыр инек, балаларға ҡарап (улар беҙҙән дә йоҡараҡ кейенгән) ҡына, уларҙы йәлләп, бер аҙ тынысландыҡ. Тынысланғандай булдыҡ, әммә йылынманыҡ. 
Эшкә ҡайтып, кире киткеләгәнсе (бер нисә урынға барырға кәрәк, араһында аҙ ғына тәнәфесе бар) йылынам тиер инең, булмай, редакция бүлмәләре Светофор магазинының колбаса һата торған бүлегенән саҡ ҡына йылыраҡ. 
...Улар кисә сәскә гөлләмәһе тотоп ҡайтып китте. Һуңғы ҡыңғырауҙа кемдер биргән. Өшөүҙән йөҙҙәре тумһырайып киткән кеүек ине, гөлләмәне тоттолар, барыһы ла онотолдо -  өшөүҙәр, арыуҙар. Кисәге көн барыбер яҡшы хәтирә ҡалдырыр, өшөү онотолор, ә сәскәләр - юҡ. Белеп йырлайҙар икән: 
Күп кәрәкмәй ҡатын-ҡыҙға,
Күңелкәйе гөл-сәскә...
Автор:
Читайте нас: