Все новости

Сәйләү

Беҙҙә генәме форс-мажор тиһәк, бөтөн ерҙә лә шулай икән.

Сәйләү
Сәйләү
Ваҡыт юҡ, кеше етмәй, аҡса етмәй, тағы ла нимәлер етмәй...
Райондың ауыл хужалығы бүлегендә лә шул уҡ хәл. Ике ҡул урынына ниңә биш ҡул түгел икән тип йөрөгән саҡтары. Тиҙҙән ҙур сара - Һабантуй, ул булмаған хәлдә лә, ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләп бөткөһөҙ....
Күмәкләп сәйләп алдыҡ. Һөйләшеү темаһы, билдәле, ауыл тирәһенән китмәне, ауыл - үҙе ҙур тормош -  юлдары, кешеләре.
Бер беребеҙҙе маҡташыу ҙа булды, һин шәп тә мин шәп. Үҙебеҙгә әйткәнгә, үҙебеҙ ышанып, күңелдәр күтәрелеп китте. 
...Эштәребеҙҙә, ҡайҙа ҡарама, ығы-зығы, гел нимәлер етмәй кеүек тойолһа ла, тулайым алғанда, тормошобоҙ ашыҡмай, һәүетемсә, тыныс барһын ине. Әлеге сәй эскәндәге кеүек. 
Автор:
Читайте нас: