Бөтөнләй Башҡортостан ере лә түгел - Ырымбур өлкәһе. Әммә был шишмәне барыбер беҙҙеке тип ҡабул итәбеҙ, сиктәрҙе бүлгән саҡта кемдер, бәлки, дөрөҫ бүлмәгәндер, Көмөш шишмә теге яҡта ҡалған да ҡуйған. Ауылдың исеме лә беҙҙеңсә: Туғыҙтимер. Шуға, кем нисек уйлаһа ла, ул - беҙҙеке. Етмәһә, үҙебеҙгә бәйле әллә күпме иҫтәлектәр һаҡлаған шишмә лә ул.
Кисә ошо шишмәгә ҡайттыҡ. Һыуында ҡойондоҡ, был шишмәгә төшһәң, имеш, йыл буйы сирҙең нимә икәнен дә белмәй йәшәйһең. Кемдер ышана быға, кемдер юҡ. Беҙ ышандыҡ. Тәндән бигерәк, йәнгә дауаһы ҙур булһын ине тип теләнек. Көйөнөстәрҙе, яныу-һағыштарҙы баҫ, шишмә.