Все новости

"Башҡорт хужабикә"һен яраталар бар ерҙә!

Башҡорт хужабикәһе үҙенеке сәхифәһендә һәр ваҡыт төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар үткәреп тора.

"Башҡорт хужабикә"һен яраталар бар ерҙә!
"Башҡорт хужабикә"һен яраталар бар ерҙә!

Бер видеояҙмаһы аҫтында иң ҡыҙыҡлы комментарий яҙыусыны үҙемә сәйгә саҡырам, тип әйткәс, ҡыҙыҡ булһын әле, тип шиғыр формаһында комментарий яҙып ебәрҙем, ебәрҙем дә оноттом.
Бер көн кис еңгәм звонит итә, һине домохозяйка сәйгә саҡырҙы күрҙеңме, ти. Мин аптырап ҡалдым, тәүҙә ышанып та етмәнем.
Датаһын билдәләгәс, бындай ҡыҙыҡлы осрашыу һәр кемгә лә эләкмәҫ тип, диңгеҙҙе ташлап, ике көнгә алда ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Аллаға шөкөр, иҫән һау ҡайтып етеп, оҙон юлдан ял да итеп тормай, шаршамбы көнө иртән хужабикәнең өйөндә ултыра инек.
Тәүҙә ныҡ тулҡынландырҙы, Миләүшә апай ихласлап, үҙ туғандары кеүек ҡаршы алды, тәмле ризыҡтары менән һыйланы.
Бер беребеҙҙе күптән белгән таныштар кеүек рәхәтләнеп аралашып, сәйҙәр эсеп, сәғәттең үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ, иртәнге сәйебеҙ төшкө ашҡа ауышҡансы ултырғанбыҙ. Күп итеп күстәнәстәрен тейәп, шиғыр өсөн рәхмәттәрен әйтеп оҙатып ҡалды.

Гөлнур Хөсәйенова. 

Автор:
Читайте нас: