Икмәге генә түгел, бар һатылғаны ла һүҙ тейҙергеһеҙ, шуныһы: бында ас көйөнсә инергә ярамай, юғиһә, кәрәкме-юҡмы, әллә күпме аҙыҡ йөкмәп сығаһың да һуңынан, өйгә ҡайтҡас, аптырап ултыраһың: ниңә был сама, күрмәҫтәй, туймаҫтай булып, тейәндем икән?
Кисә лә керҙем. Кешенең күплеге... Икмәге ҡыйбат уның, әммә быныһына ҡарап тормайҙар, сифатлы - сифатлы инде, үҙ-үҙеңдән аҡса йәлләп йәшәп булмай.
- Атаҡ... Ленинград блокадаһы ваҡытындағы кеүек тә...
Сират оҙон, бер мәл алдараҡ торған кешегә иғтибар иттем, йөҙө ныҡ таныш. Артист булырға тейеш. Бына исеме... Иҫкә төштө - Радмир Туйсин. Баймаҡ. Нимә тип килгән ул бәләкәй генә ҡаланың бәләкәй генә урамындағы бәләкәй генә магазинына? Әәәә, апаһы менән еҙнәһе Ермолайҙа йәшәйҙәр. Ҡунаҡ тип йөрөүелер. Түҙмәнем, тышҡа сыҡҡас, янына барҙым (ул машинаһы эсенә инеп ултырғайны, уңарсы, йырсыны фотоға төшөрөп өлгөргәйнем):
- Һаумы, нишләп йөрөйһөң беҙҙең яҡтарҙа, апайыңдарға килдеңме?
Радмир, был ниндәй бәндә икән тигән шикелле, текәлеп ҡарай:
- Ҡайҙалыр күргән дә кеүекмен... Юҡ. Еҙнәләр бөгөн өйҙә юҡтар, ҡунаҡҡа киткәндәр.
Еҙнә менән апаһы кем? Азамат менән Закира Туйгилдиндар.
- Мин Күмертауға аҙыҡ алырға килдем.
- Баймаҡтанмы?
- Йылайырҙан. Юлдыбайҙан. Әле унда "Аҫылташ" форумы бара, шул форумды үткәреп йөрөйбөҙ. Тиҙҙән Өфөнән, Аҡ йорттан, ҙур түрәләр килә, уларҙы, матур итеп, ашатырға кәрәк. Уларға халам-балам түгел, сифатлы аҙыҡ кәрәк, үҙең беләһең. Шуға Күмертауға килдем.
- Юлдыбайҙан???
- Эйе. Пүстәк ара бит ул, юлда йөрөп өйрәнелгән.
Һин нисек тә мин нисек тигән мәғәнәлә бер аҙ һөйләшеп торҙоҡ та таралыштыҡ. Ғорурлыҡ тыуҙы: сифатлы аҙыҡ тип бүтән бер ергә лә түгел (юлында Ейәнсура, Мораҡ та бар, Мәләүез дә алыҫ түгел), тап Күмертауға, мин көн дә йөрөгән магазинға килгән. Кемгә тейә әле бындай мәртәбә? Йәнә шуныһы ныҡ ғорурландырҙы: мин ашағанды Аҡ йорт түрәләре лә ашай. Ултырған урындар, кейгән кейемдәр төрлө булһа ла, тамағыбыҙ бер икән.