Көтөлмәгән хәлдән тертләп киттем. Бәләкәй генә малай, шундай итеп ҡыҫып ҡосаҡланы, оҙаҡ йылдар әллә ҡайҙа юғалып йөрөгән атаһын осратҡан тиерһең. Йөрәккә шом тулды.
Һөйләнә. "Часы" тигәнен генә аңлап ҡалдым (алғы тештәре бөтәһе лә иҫән түгел), ҡулдағы сәғәткә ҡарайым, әллә был сәғәтеңде сисеп бир ти? Бер аҙ тороп, ҡосаҡтан арынғас, ныҡлап һораным: һин кем ул?
Бик теремек, үткер малай, теле телгә йоҡмай, ахырҙа тынысландырҙы - һеҙ миңә сәғәт бүләк иткәйнегеҙ (исемен тәки әйтмәне). Малайға текләп ҡарайым, юҡ, хет үлтер, иҫтә түгел, күрәһең, беҙҙең ниндәйҙер конкурста ҡатнашҡан булған да бүләк алған. Һәм онотмаған. Һай, сабый, сабый, яҡшылыҡты хатта күп оло кешеләр ҙә онота, ә һин... Әлеге сафлығың ғүмерең буйына юйылмаһын ине.
- Һиңә лә бөгөн берәй бүләк бирәләрме әллә (Шотт паркында физкультурник байрамы бара)?
- Юҡ. Миңә бүләк биреп бармайҙар ул.
- Спортсмен түгелме ни?
- Мин конструктор. Төрлө конструкциялар йыям... Әйҙә, алып барып күрһәт әле миңә миҙалдарҙы. Ҡурҡма, мин уларҙы тотмай ғына ҡарайым, бысыратмайым.
Сәхнәнең бер мөйөшөндә грамота, сәскәләр (улары бүләкләнгән ҡатын-ҡыҙға, ирҙәргә юҡ), миҙалдар ята. Етәкләп, шунда алып барҙым. Ҡыҙыҡһынып, бәлки, бер аҙ көнләшеп тә, малай миҙалдарға ҡарап торҙо:
- Күп икән.
Һәм, нисек йүгереп килгән, шулай саптырып китеп тә барҙы. Ҡосаҡлауы, һүҙҙәре менән шаңҡытып, фотоға ла төшөрмәгәйнем (баланы төшөрөргә лә хәҙер ризалыҡ кәрәк). Аҙаҡ ситтән генә төшөрҙөм.